"7аҙым" марафоны
14 декабрь Мифтахетдин Аҡмулланың туған көнө. Шул айҡанлы Республикабыҙҙа етеһенән ун дүртенә ҡәҙәр "7аҙым" марафоны иғлан ителде. Беҙҙең мәктәп тә марафонда булған сараларҙа ҡатнаша. Марафон башҡорт теленә арналған сара менән башланып китте. Сараға, Өфө сәнғәт училищеһының тәлибәһе Шәрипова Гәлиә, үҙенең милли музыка уйын ҡоралында моңло көйҙәрҙе уйнап йәм өҫтәне. Марафон күңелле нотала башланып китте.