День башкирского языка


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы  14 декабрь- Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо айҡанлы бөтә белем биреү, мәҙәниәт учреждениеларында, ойошмаларҙа башҡорт телен һаҡлауға бағышланған  акциялар үткәреләсәк.

 Бөтә саралар ҙа бер “ҡыҙыл еп” менән үрелеп барыуы күҙ уңында тотола һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, М.Аҡмулланың “Нәсихәттәр”енә дан йырлауға бағышлана.

7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем һәр көн бер нәсихәттең төшөнсәһен асып биреүгә бағышлана һәм был акция “7 аҙым”тип атала.